Өфөлә йәшәүсе йәш спортсы махсус хәрби операция яугирҙарына багги тапшырҙы

Тхэквондо менән шөғөлләнгән Әнүәр Фәхретдинов халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика ярыштары еңеүсеһе. Спорт менән шөғөлләнеүсе үҫмер дәүләт стипендияһын да ала. Был аҡсаны Әнүәр фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында багги һатып алыуға тотона. Юлһыҙ һәм ҡомло ерҙән еңел үтеүсән багги «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ватан Һаҡсылары» проекты сиктәрендә тапшырылды. Техника яҡын арала башҡа гуманитар ярҙам менән алғы һыҙыҡҡа еткереләсәк.

Яугирҙар өсөн уңайлы техника эҙләнек. Багги насар юлдан да еңел генә үтә ала. Ул махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итер тип ышанам.

Әнүәр Фәхретдинов, Тхэквондо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы