Бөгөн Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 156 йыл. Ошо айҡанлы Өфөләге Лениндың Йорт-музейында философ Рөстәм Вәхитовтың «Ленин һәм беҙ. Мифтарҙы фашлау«китабының исем туйы уҙҙы. Йыйынтыҡ 2025 йылда Мәскәүҙә Захар Прилепин редакцияһында нәшер ителгән. Осрашыуҙа тарихсы Ленин идеяларының роле тураһында һөйләне.
Коммунистар партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары Владимир Лениндың донъя кимәлендәге сәйәси эшмәкәрлеге, Өфөгә килеүе хаҡында сығыш яһаны.
Сарала Шайморатовсылар, «Беренселәр хәрәкәте», баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары, яҙыусылар, йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Владимир Ленин Өфөлә ике тапҡыр булған-1900 йылдың февраль һәм июнь айҙарында. Икенсе килгәнендә уның ҡатыны Надежда Крупская Өфөлә ваҡытлыса йәшәүгә йорт ала, бында Ленин өс аҙнаға яҡын тороп китә. Өфөлә музей асырға ҡарар сығарылғас, Ленин йәшәгән йорт эргәһендәге ике ҡатлы йорт һайлана. Шул ваҡыттағы йыһаҙ тергеҙелә, Крупскаяның талабы буйынса ошонда уҡ Лениндың тормошон һәм революцион эшмәкәрлеген сағылдырған күргәҙмә ойошторола.
Йорт-музей 1941 йылдың 21 ғинуарынан эшләй, быйыл музей асылыуға 85 йыл.