Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында берлектәге педагогик эшмәкәрлек буйынса семинар-практикум үтте. Форумда Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, Ҡырғыҙстандың мәғариф министры Догдуркүл Кендирбаева, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Хеҙмәттәшлекте киңәйтеү пландары, тормошҡа ашырыласаҡ проекттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Аудиторияла ҡырғыҙ студенттары икәнлеген исемдәре буйынса ғына күҙалларға мөмкин. Бөтәһе лә башҡорттса тап-таҙа итеп һөйләшә. Йәштәр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында төрлө факультеттарҙа, төрлө курстарҙа уҡый. Туратбек Нузарҡолов Бишкәк ҡалаһынан, юғары белем алыу өсөн башҡорт филологияһы факультетын һайлаған.
Килсәктә Рәсәй Ҡырғыҙстанда 9 мәғариф учреждениеһын сафға индерергә ниәтләй. Белем усаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү бурысы Башҡортостандың төп педагогия университетына йөкмәтелгән.
Башҡортостан менән Ҡырғыҙстанды, тел, мәҙәниәт, йолалар, кәсептәр оҡшашлығы ғына түгел, күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Хеҙмәттәшлек айырыуса фән, мәғариф өлкәһендә күҙәтелә. Мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Урал-манас ҡырғыҙ мәҙәни үҙәге эшләй. Ул 2023 йылда асылған, әлеге ваҡытта уҡыу йортонда 200-ҙән ашыу ҡырғыҙ студенты белем ала, уларҙың 30-ға яҡыны башҡорт филологияһы факультетында уҡый.
Шуға күрә Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан уҡытыусыларының форумын тап Башҡортостанда ойоштороу осраҡлы түгел. Педагогик хеҙмәткәрҙәр өсөн был сара алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашыу, фекер алышыу, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү сараһы булып тора.
Форум ҡунаҡтары уҡыу йортоноң матди-техник базаһы менән дә танышты. Университет технопаркы ҡеүәтле лаборатория һымаҡ, бында студенттар һәм йәш ғалимдар төрлө тикшеренеүҙәр үткәрә, фәнни асыштар яһай. Мәҫәлән, был кабинетта пилотһыҙ осоу аппараттары йыйыла, ошонда уҡ уҡытыу ойошторолған.
Йәштәргә уҡыу, фән менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар тыуҙырылған. Белем биреү кадрҙар ихтыяжын иҫәпкә алып ойошторолған, заман талабын күҙ уңында тотоп яңы йүнәлештәр асыла. Мәҫәлән, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ факультеты. Туризмды үҫтереүгә иғтибар артҡанда белгестәргә һорау ҙур. Белем биреү күп яҡлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала.
Осрашыуҙа һүҙ Ҡырғыҙстанда асыласаҡ белем усаҡтары, уларҙы кадрҙар, китаптар менән тәьмин итеү, методик алымдар тураһында барҙы. Рәсйәҙең мәғариф министры Сергей Кравцов Ҡырғыҙстандың мәҫариф министры Дондуркүл Кендирбаева рус теле буйынса дәреслектәр алыуға сертификат тапшырҙы.
Сарала шулай уҡ ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ҡырғыҙстанда августа ҙур педагогик конференция ойоштороу ҡарала. Форумда ҡатнашыусылар Мифтахетдин аҡмулланың һәйкәленә сәскә лә һалды. Башҡорт мәғрифәтсеһенең ижады ҡырғыҙ халҡына ла яҡшы таныш һәм яҡын. Рухи тамырҙар, тарих берлеге уңышлы хеҙмәттәшлеккә нигеҙ булып тора ла инде.
Р. Кәримова