Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһында тулыһынса яңынан ҡойоу мәсьәләһе ҡарала

Бронзанан тулыһынса яңынан ҡойорғамы, әллә өлөшләтә суйынданмы? Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялаусылар һайлау алдында тора. Сөнки архитектур ҡоролманың көтөлгәндән дә нығыраҡ таушалыуы асыҡланған. Әгәр төҙөкләндереү эштәре башланмаһа, һәйкәлдең ишелеүе лә ихтимал булған. Был турала йәмәғәтселеккә Радий Хәбиров та белдергәйне. Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышы менән махсус төҙөлгән күҙәтеү советы ағзалары танышты.

Салауат Юлаевтың һуғыш аты баҫып торған урын аҡбурҙан сыбарланып бөткән. Был аҡ таптар ҡара тишектәрҙе күрһәтә. Белгестәр суйындан ҡойолған постаменттың һәр миллиметрын тикшереп тутлаған, үтәнән-үтә серегән урындарын билдәләй.

Һәйкәлдең үҙен дә да ваҡыт аямаған. Иң зыян күргән өлөшө-аттың һыны. Бында өлөштәрҙе беркеткән йөйҙәрҙән тыш өҫтәмә ярыҡтар ҙа барлыҡҡа килгән. Төҙөкләндереүгә һүтеп өлгөрмәгәндә серегән конструкция өс тонна ауырлыҡтағы башты күтәрә алмаҫ ине, ти белгестәр.

Белгестәр һәйкәлдең саманан тыш таушалыуын суйындың сифаты насар булыу менән аңлата. Ҡайһы бер өлөштәре хатта, ҡул менән тейгәндә лә ҡойолоп төшә башлаған.

Әлегә һәйкәлдә мең ике йөҙҙән ашыу серегән, таушалған урындар асыҡланған. Ә бит белгестәр архитектур ҡоролманың тулыһынса тикшереп бөтмәгән. Һәр табылған етешһеҙлек һанлы форматҡа индерелә бара һәм әле үк һәйкәлдең алтмыш-етмеш процент өлөшөн яңынан ҡойоу талап ителеүе билдәле. Әммә ҡалған өлөшөнөң дә оҙаҡ торорона гарантия юҡ. Шуға күрә белгестәр тулыһынса яңынан ҡойоу тураһында ла һүҙ йөрөтә. Күҙәтеү советы ағзалары ла был фекерҙең урынлы булыуына инанды.

Әле реставраторҙар һәйкәлде тикшереү эштәрен дауам итә. Белгестәр Салауаттың һынын дауаханала шикелле таҙа һәм уңайлы шарттарҙа, хирургтар шикелле үтә һаҡ ҡыланып бар өлөшөн ентекле өйрәнеү менән мәшғүл. Һәр миллиметр тикшерелгәндән һуң ғына аныҡ ҡарарҙар яһау мөмкин буласаҡ. Әлбиттә, халыҡ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм эксперттарҙың фекерен иҫәпкә алып ҡына.

А.Кәбиров