Быйыл акция онлайн уҙғарыла. 6 майға тиклем сайтта, шулай уҡ социаль селтәрҙә ғариза тапшырырға була. Шәхси кабинетта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыл хеҙмәтсәненең фотоһүрәтен, уның тураһына мәғлүмәттәр урынлаштырырға кәрәк. Онлайн акция 9 майҙа урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 12-лә башлана. Уны рәсми сайтта һәм экрандарҙа ҡарарға була.