Башҡортостанда балыҡ тотоуҙы тыйҙылар

Ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, 5 июнгә  тиклем сикләү ҡаралған. Балыҡты рөхсәт ителгән урындарҙа, ярҙан бер генә ҡармаҡҡа тоторға мөмкин. Бынан тыш, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән балыҡтарҙы йыл әйләнәһенә тоторға ярамай, ҡармаҡҡа эләкһә кире ебәрергә кәрәк. Йылғаларҙы даими патруль ойошторола, талапты боҙоусыларға штрафтар ҡаралған.