Башҡортостан хужалыҡтары яҙғы сәсеүҙе дәүләт ярҙамы менән башҡара

11 миллиард 700 миллион һумлыҡ ташламалы кредит хупланған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уңышлы эш өсөн төп шарттар - тотороҡло дәүләт ярҙамы, технологик яңырыу һәм урындарҙа ойошҡан эш. Республикала яҙғы баҫыу эштәре өсөн сығымдар 32 миллиард һум була . Бөгөн 32 районда сәсеүгә төшкәндәр. Шулай уҡ баҫыуҙар тырматыла, ашлама индерелә.