Спартакиадала Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран һәм Октябрьский дауаханаларынан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Һаулыҡ һаҡлау вәкилдәре спорттың биш төрө буйынса көс һынашты, ГТО нормаларын тапшырҙы. Травматолог Илшат Насибуллин һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Һаулыҡ һаҡлау спартакиадаһы йыл һайын уҙғарыла”, - ти Шаран үҙәк район дауаханаһы профсоюз ойошмаһы рәйесе Азат Әхмәҙуллин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСпартакиада һөҙөмтәләре буйынса Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы беренсе урынды яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Шаран һәм Баҡалы райондарының медицина хеҙмәткәрҙәре бүлеште. Киләһе 2027 йылғы спартакиаданы Бәләбәй ҡабул итә.