Яңы программа буйынса бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан табиптар 2 миллион һумлыҡ ярҙам ала. Исемлектә Бәләбәй, Белорет, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалалары. Бер тапҡыр түләнә торған субсидия 17 йүнәлеш буйынса белгестәргә тәғәйен. Улар араһында акушер-гинеколог, анестезиолог-реаниматолог, хирург, кардиолог, невролог, офтальмолог, психиатр, травматолог-ортопед, ашығыс ярҙам табибы, стоматолог һәм башҡалар бар. Аҡса ике йыл дауамында берәр миллион һумлап түләнә. Программала вузды тамамлағандан һуң тәүге тапҡыр эшкә төшкән белгестәр һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән Башҡортостанға килгән табиптар ҡатнаша ала. Контракт буйынса кәмендә 5 йыл эшләргә кәрәк.