"Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса 421 транспорт алына

Киләһе өс йылға шундай  план ҡуйылған. Был турала премьер-министр  Андрей Назаров белдерҙе. Быйыл  республикаға 83 автобус килтерелә. Уларҙың 63-ө Өфө агломерацияһында йөрөй, шулай уҡ Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ өсөн автобустар алына.