Бөгөн Рәсәйҙә янғын һағы көнө билдәләнә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәр һәм хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Янғын һүндереүселәр көндөҙ ҙә, төндә лә хәрби дежурҙа тора, йыш ҡына ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып утҡа ҡаршы көрәшә. Былтыр ғына улар 7,5 меңдән ашыу янғын урынына сыҡҡан, мең ярымдан ашыу кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Фиҙаҡәрлегегеҙ, тәүәкәллегегеҙ, һәр киҫкен хәлдә эш итергә әҙерлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күп кенә янғын һүндереүселәр гражданлыҡ яуаплылығы күрһәтеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға батырсылыҡ иткән. Улар хәрби бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ була. Янғын һағы ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ бай һөнәри тәжрибәгеҙҙе һәм белемегеҙҙе йәштәргә тапшырып, бөгөн дә сафта ҡалаһығыҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, ауыр һәм бик мөһим хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем! тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.