Дәүләт Думаһы депутаттары Башҡортостанда туризм мәсьәләләрен тикшерҙе

Башҡортостанда йылдам артҡан туристар иҫәбенә урынлаштырыу фонды һәм инфраструктура ла тап килергә тейеш. Юҡһа, уникаль тәбиғәт, маршруттар һәм милли үҙенсәлектәр халыҡты күпләп йәлеп итә, ә бына отелдәр, хәеҙмәтләндереү сервисы үҫеше артта ҡала бара. Был турала Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдә әйтелде.

Башҡортостан миҫалында туризм өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү тип аталһа ла кәңәшмәлә башҡа төбәктәр тәжрибәһе лә өйрәнелде. Сөнки тармаҡ ни тиклем генә үҫешмәһен, камиллаштырыуға урын бар. Был төшөнсә туризм өлкәһенә бигерәк тә ныҡ ҡағыла. Түңәрәк өҫтәлдә төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың туризм өлкәһендәге әһәмиәте һәм уны киңерәк йәйелдереү мөмкинлектәре өйрәнелде.

Беҙ Башҡортостанға беренсегә килмәйбеҙ. Республиканың бар үҙенсәлектәре, туризм мөмкинлектәренә ҡарап аныҡ тәҡдимдәр менән килдек. Бөгөн мәҫәлән тотош төбәк өсөн дөйөм бер турист операторы булдырыу мәсьәләһен өйрәнәсәкбеҙ. Шулай уҡ башҡа илдәр менән дә синхронлаштырыу ҙа ҡарала. Кәңәшмә һөҙөмтләре буйынса кәсепселәр, ҡул оҫталары эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән закон проекты ла тәҡдим ителәсәк.

Александр Дёмин, Дәүләт Думаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе