Башҡортостан башлығы Мәскәүҙә Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Нечаев менән осрашты

Алексей Нечаев «Яңы кешеләр» сәйәси фирҡәһенең рәйесе һәм партияның Парламенттағы фракцияһы етәксеһе. Осрашыуҙа һүҙ республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, туризм өсөн инфраструктура булдырыу, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү тураһында барҙы. Партия лидеры билдәләүенсә, Башҡортостан «Туризм. Бизнес. Киләсәк» федераль форумын ойоштороу өсөн тәүге майҙансыҡ булып тора. Сараның төп маҡсаттарының береһе тармаҡтың ҡеүәтен сағылдырыу һәм туризмдың иҡтисадтың ныҡлы нигеҙе булып тороуын күрһәтеү.