Бөгөн Рәсәйҙә янғын һүндереүселәр көнө билдәләнә. Изге һөнәр эйәләренең күбеһе профессиональ байрамдарын эш урындарында ҡаршылай. Уларҙың иңдәренә яуаплы бурыс һалынған-халыҡтың именлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ут менән көрәшеү, эвакуация эшен ойоштороу. Һөнәри байрам уңайынан янғын һүндереүселәргә дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Төнгө дежурҙан һуң иртәнсәк Артур Уйылданов эш техникаһын, махсус йыһазландырырылған ҡотҡарыу машинаһын киләһе смена хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Тәжрибәле янғын һүндереүсе төбәктә иң хәүефле объекттарҙа ут менән көрәш эшен алып бара. Ут ялмап алған объектта ҡатмарлы янғын рангы һаналғанда ул махсус төркөм менән ярҙамға сыға. Һөнәри ҡаҙаныштары өсөн Артур Уйылданов Рәсәйҙең атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы исеменә лайыҡ булған.
Һөнәри байрам уңайынан янғын һүндереүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Янғын һүндереүселәргә дипломдар, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙең именлеге һағында. Башҡа кешеләргә ярҙам итеү өсөн улар утҡа ла инә, һыуға ла төшә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәүгеләрҙән булып ярҙамға килеүсе хеҙмәткәрҙәр көсө менән төбәктә йыл да тиҫтәләгән, йөҙәрләгән кеше ғүмере ҡотҡарыла.
Профессиональ байрам көнөндә һөнәри бурысын үтәп һәләк булған ҡотҡарыусылар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. 73 йыл элек Өфөлә нефть эшкәртеү заводында янғын ваҡытында ғүмере өҙөлгән 23 ҡотҡарыусының һәм башҡа геройҙарҙың исеме тарих биттәренә уйылып яҙылған. Республика янғын һүндереүселәре бөгөн дә һөнәри бурысын оло яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ менән башҡара.
Ф.Миһранова