Өфөлә мәҙәниәт өлкәһендәге йәштәр проекттары тикшерелде

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында ойошторолған Йәштәр советы йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Башҡарылған эштәрҙе барлау, тормошҡа ашырыласаҡ проекттар тураһында фекер алыу маҡсатында совет ағзалары Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейында ведомство етәкселеге менән осрашты. Йыйылышта йәштәр Башҡортостандың мәҙәни тормошон ил һәм донъяуи кимәлдә танытыуға индергән сараларға айырым туҡталды.

Йәмәғәт башланғысында эшләгән совет республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусыһы менән төрлө идеялар тураһында фекер ҙә алышты. Әйткәндәй, Башҡортостан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашыусылар буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Быйыл 9 театр һәм йөҙ мәҙәниәт йорто федераль ярҙам аласаҡ. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә Башҡортостан театрҙарының репертуарын яңыртыуға 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелер тип көтөлә.