«Рәсәй муйынсағы»да йәш исемдәр. Өфөлә Бөтә Рәсәй инновацион мәҙәни-мәғрифәт ижади проектына һайлап алыу туры үтте. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән конкурсанттарҙы жюри ағзаһы, билдәле Рәсәй хореографы һәм педагогы Михаил Мурашко тәбрикләп, ҡыйыу һәм дәртле итеп сығыш яһауҙарын теләне. Биш йөҙләгән йәш башҡарыусылар йыр, хореография, музыка ҡоралдарында уйнау, сәхнә һәм цирк оҫталығы номинацияларында ярышты. Уларҙың маҡсаты бер-һайлап алыу турын уңышлы үтеп, Сочи ҡалаһында ил күләмендә танылыу яулау.
«Рәсәй муйынсағы» йәш Рәсәй исемдәре проекты ҙур илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының мәҙәни мираҫын пропагандалау, малай-ҡыҙҙарға өйрәтеү маҡсатын ҡуя. Һайлап алыу турында хореография номинацияһында Өфөнән «Йондоҙло» һәм Өфө районы Алексеевка ауылы бейеү ансамбленең бәләкәстәр төркөмө, ә вокал номинацияһында Өфөнән «Беҙ бергә» йыр студияһынан София Ямшанова беренсе урын яуланы.
Еңеүселәр ноябрҙә Сочиҙа үтәсәк «Рәсәй муйынсағы»да милли премия тапшырыу сараһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.