Стәрлетемаҡтағы Башҡортостан сода компанияһында етмештән ашыу хеҙмәт династиялары бар. Улар Яҙ һәм хеҙмәт байрамын айырым ғорурлыҡ менән ҡаршылай. Республикала һәм тотош илда иң ҙур предприятиелларҙың береһе булған компанияла ғаилә династиялары үҙҙәренең һөнәри оҫталығын быуындан-быуынға тапшырып килә. Фесенколарҙың дөйөм хеҙмәт стажы бер быуаттан аша.
«Башҡортостан сода компанияһы» етәкселеге фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған һәр эшсене хөрмәт менән хәтерләй. Бында быуындан-быуынға үҙ эшенә һөйөү кеүек күркәм сифаттар тапшырыла. Фесенко, Ларионовтар, Хуторненко ғаиләләре-предприятиеның төп ғорурлығы. Уларҙың бөтәһе өсөн дә һайлаған һөнәрҙәре яҙмыш бүләге.