Иҙел башына ул ни бары дүрт сәғәттән ашыу ваҡытта ғына барып етәсәк. Шуға күрә тәүге составта пассажирҙар шығырым тулы ине. Халыҡ был транспорт сараһының йөрөй башлауын көтөп алған. Тәүгеләрҙән булып Финиста БЮТ хәбәрселәре лә йөрөп ҡараны.
Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла. Ғүмерлеккә ҡолаҡта уйылып ҡалған был һүҙҙәрҙе ишетмәгәс, бер ни тиклем шомло ла. Ысынында иһә киреһенсә, ишектәр һинең һәр хәрәкәтеңә һиҙгер, втоматлаштырылған һәм хәүефһеҙ. Майлы сүлмәк ҡапҡасынан билдәле тигәндәй, был тасуирлау һүҙҙәрен вагондың эсенә лә ҡулланыу мөмкин. Айырыуса йәштәр был шарттарҙы өҫтөнлөклө күрә.
Урын ысынлап та һәр кемгә лә етәрлек. Хатта кескәй пассаажирҙар өсөн уйын, һүрәт төшөрөү мөйөштәре бар. Балалар менән яңы электричкала йөрөү үҙе бер кинәнес, ти ата-әсәләр.
Ә инде иң мөһим уңайлыҡ, юл йөрөү ваҡтының ҡыҫҡарыуы. Белорет районының төпкөл ауылдары халҡы өсөн был төп шарт.
Ваҡыттың ҡыҫҡартылыуы туҡталыштар кәмей тигәнде аңлатмай. Финист тотош донъяла уникаль транспорт сараһы. Ул төрлө электр уты һәм тепловоз менән дә йөрөй ала. Универсаль булғанлыҡтан станцияларҙа хеҙмәтләндереү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара.
Белоретҡа тиклем электр поезы ни бары 5 сәғәттә барып етә. Ә октябрҙә инде был ваҡыт тағы ла бер сәғәткә ҡыҫҡара. Иҙел башына тимер юлда дүрт сәғәттә барып етеү яҡшы һөҙөмтә һәм халыҡ өсөн финист уңайлы транспорт сараһына әйләнәсәк, тине Радий Хәбиров.
Халыҡ ташыуҙа ғына түгел, туризмды үҫтереүҙә лә яңы кимәл. Тәүге пасажирҙың да тап туристар иҫәбенән булыуы быға асыҡ дәлил
Бейек вагондар һәм ҙур тәҙрәләр ысынлап та иҙел башы тәбиғәтенә һоҡланып барыу өсөн генә эшләнгән кеүек.
Һуңғараҡ Финист Магнитогорск ҡалаһына тиклем йөрөй башлай. Ә киләһе йылдан ул баш ҡала менән Сибайҙы ла тоташтырасаҡ. Легендаға әйләнгән Өфө-Сибай поезына яҡшы альтернатива булып.
А.Кәбиров