Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы «тыуған яҡ күстәнәстәрен» әҙерләгән. Был юлы ул республика исеменән тупланған гуманитар ылау менән бергә оҙатыласаҡ. Ә бындай ярҙам саралары Шишмә районында даими ойошторола Адреслы посылкалар ялға ҡайтыусылар аша ла йыш ебәрелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хуш еҫле үләндәрҙән йыйылған сәйҙәр, изге теләктәргә ҡушып тултырыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар сәй төргән арала, Ябалаҡлы ауылы ир-егеттәре маскировка селтәрҙәренә таҫмалар ҡырҡа. Улар билдәле бер стандартҡа һалынған. Ете сантиметр яҫылыҡта һәм 3 метр оҙонлоҡта булырға тейеш. Артабан, япраҡ рәүешле йәнә ҡырҡылып, махсус ҡоролма аша үткәрелә. Һәм һанаулы минут эсендә маскировка селтәре әҙер.
Был үҙенә күрә уникаль технология. Хатта, ҡайһы бер предприятие-ойошмалар көнләшерлек. Урындағы оҫта тарафынан уйлап сығарылған ҡоролма бар яҡлап та уңайлы. Шуға ла селтәр үреү ябалаҡлыларға бер ни тормай.
Материалдарға ла ҡытлыҡ юҡ. Тауарҙы урындағы халыҡ үҙ аҡсаһына Мәскәүҙән тура заказ менән ала. Артабан иһә Шөңгәккүлгә ебәрелә.
Шөңгәккүл ауылында ла ирекмәнлек хәрәкәте яйға һалынған. Махсус хәрби операция башланғандан алып улар яугирҙарға ярҙам ойоштороуҙа ҡатнаша.
Әленән әле яңы тәжрибә тупларға ла әҙер улар. Мәҫәлән, дрондан да, елдән дә һаҡланған махсус япмалар Шишмә районында тик Шөңгәккүлдә генә етештерелә. Яуаплы эш ике ханыма ышанып тапшырылған. Шулай уҡ әйбер билдәле стандартҡа ярашлы тегелә.
Тап халыҡтың тырышлығы, сәмселлеге, маҡсатлылығы менән барыһына ла өлгәшелә лә инде. Ә киләсәккә улар тағы ла юғарыраҡ пландар менән йәшәй. Ябаҡлылар мәҫәлән, ауыл халҡының тарихын бер урынға тупларҙай музей төҙөү маҡсатын ҡуя.
Шишмәләр махсус хәрби операция биләмәһенә аҙна һайын тиерлек гуманитар ылау ебәрә. Тыуған яҡ күстәнәстәре ялға ҡайтыусылар аша ла, республика исеменән тупланған ярҙам менән дә оҙатыла. Уларҙы тик бер маҡсат берләштерә-барыһы ла Еңеү өсөн!
Азат Ғәлиуллин