Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың Рәсәй һәм донъя һылыуҡайы инклюзив һәм әсәлек конкурсы финалы үтте.
Ғәҙәти булмаған матурлыҡ бәйгеһенең үҙенсәлеге шунда-үҙ көсөн кейәүҙә һәм балалы ҡатындар һынаны. Шулай уҡ унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән гүзәл заттар ҙа ҡатнаша. Һайлап алыу этабы аша үтеп, финалда республика район-ҡалаларынан 40 ҡатын-ҡыҙ сығыш яһаны. Улар милли, көнсығыш костюмдарҙа, киске күлдәктәрҙә сығыш яһаны. Баһалама ағзалары алдында шулай уҡ гүзәл заттар ижади һәләттәрен, йыр-моңға әүәҫлеген дә күрһәтте. Матурлыҡ конкурсында беҙҙең коллегабыҙ Зилә Баймырҙина ла ҡатнашты. Тележурналист бер юлы өс номинацияла еңеү яуланы. Ул үҙенең бәйгеләге сығышын әсәһенә бағышлаған.