Яугирҙар махсус операция биләмәһенә юлланды

Ватан һағына. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизацияланған яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Тантаналы митингта хәрбиҙәрҙе Башҡортостан Башлығы исеменән Өфө һәм Дим райондары хәрби комиссары, подполковник Эрнест Кәбиров тәбрикләне.

Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙгә азатлыҡ яулаусы ветерандарҙың вариҫтарына ата-бабалары өлгөһөндә дошманды ҡыйратып, тыуған ергә Еңеү менән имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙарҙы ғаиләләре, яҡындары оҙатты. Хәрбиҙәр тыуған ерҙән көс алып, яуҙаштарына исемле посылкалар, ялан шарттарында кәрәк буласаҡ ҡорамалдар алып Донбассҡа юлланды. Уларға республика ҡалаларынан башҡа яугирҙар ҙа ҡушыласаҡ.