Махсус хәрби операцияла Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлаған хәрбиҙәр булмышын, Ватанды ниндәй шарттарҙа һаҡлауын йәш быуынға дөрөҫ итеп еткереү идеяһы ирекмән Владимир Лозовойҙан. Йоматау ауылы янындағы Локомотив лагеры биләмәһендә махсус хәби операция яугирҙарына хәрмәт һәм ихтирам сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
Тантаналы сара махсус хәрби операцияла башын һалған ҡаһарман ир-уҙамандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Хәтер һәм хөрмәт сараһына махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ныҡлы тыл тәьмин итеүселәр, уландары яу яланында Ватан өсөн башын һалған һалдат әсәләре саҡырылған. Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова: «Яугирҙарҙы иҫкә алыу-Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт билдәһе, һеҙҙең йөҙҙәрҙә ышанысылы тыл алғы һыҙыҡта хәрбиҙәрҙең рухын күтәрә» тип сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Мемориалда махсус хәрби операция яугиры Хоҙайҙан хәрби эште уңышлы атҡарып дошманды еңеүҙә ярҙамлашыуын үтенә.
Дүрт йыл дауамында алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам йөрөтөүсе ирекмән Владимир Лозовой мемориалды булдырыуға ҙур тырышлыҡ һалған. Владимир Лозовой етәкселегендәге әүҙем ирекмәндәргә Луганск ҡалаһының «Донбасс киләсәге» социаль яҡлау һәм инициативалар йәмәғәт ойошмаһынан «Фронтҡа ярҙам өсөн» миҙалы тапшырылды.
Махсус хәрби операция яугирҙары ҡаһарманлығына арналған мемориалды асыу тантанаһы төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе. Ватан һаҡсыларына арналған йырҙар әсәләрҙең күҙҙәрен дымландырҙы, ә малайҙар үҙҙәрен ысын һалдаттар итеп хис итте. Һәйкәл ҡуйыу, мемориал асыу, фотоһүрәттәр һәм хаттар менән йорт архивын булдырыу, балаларға геройҙар тураһында хәтирәләр һөйләү... Тере хәтер һүнмәгәндә яугирҙарҙың батырлығы йөрәктәрҙән-йөрәктәргә күсеп, киләһе быуындарға тапшырыласаҡ.
Балалар лагерында асылған мемориалда махсус хәрби операция яугирҙарының блиндажы күсермәһе лә бар. Унда ҡоралдар, өҫ кейемдәре, бронижилеттар урынлаштырлған.Был иҫтәлекле урын йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәге лә буласаҡ тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова