Шаран районы Ерекле ауыл мәктәбе биләмәһендә Хәтер стелаһы асылды

Иҫтәлекле мемориал ошо ауылда тыуып үҫкән күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ибраһим Абдуллинға, мәктәптең тәүге сығарылыш уҡыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Шәрифйән Шакировҡа, шулай уҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусы яҡташтарға, махсус хәрби операция геройҙарына-ҡыҫҡаһы, төрлө йылдарҙа Ватаныбыҙҙы йән аямай һаҡлаған ереклеләргә арналған. Һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашыусылар Ерекле мәктәбен тарихтың төрлө осорҙарында бик күп ҡаһарман ир-егеттәр тамамлауын билдәләне.

Әлеге йәш быуын батырҙар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Белем усағында Шайморатов класы эшләй. Мәктәп уҡыусылары республика һәм район кимәлендәге төрлө патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Һәйкәл асыу уңайынан тантаналы сараны ойоштороусылар «Ҡаһарманлыҡ осраҡлы булмай» тип атаған. Мемориал ысын мәғәнәһендә илһөйәр быуындар бәйләнешенең осраҡлы булмауына ишара.