Медицина хеҙмәткәрҙәре «Аврора һәм Батыр» тигән төркөм ойоштороп ижад менән шөғөлләнә башлаған. Бейеү коллективы туплау тәҡдимен медицина учреждениеһының профсоюз комитеты рәйесе Лилиә Сәғәҙәтова күтәреп сыҡҡан.
Лилиә Вәзир ҡыҙы бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ, әммә яҙмыш уны медицина менән бәйләй. Университетта белем алыу, интернатура, дауаханала төнгө дежурлыҡтар ижадты икенсе планға ҡалдыра. Һәм ниһайәт ул үҙенең хыялын тормошҡа ашырырға хәл итә. Коллективта Лилиә Сәғәҙәтова һымаҡ сәнғәтте яратҡан хеҙмәткәрҙәр күп булып сыға. Шулай итеп «Аврора һәм Батыр» бейеү түңәрәге барлыҡҡа килә. Хәҙер яңы тормош тыуған, сабыйҙар тәүге ауазын һалған клиникала яңы бейеүҙәр ҙә һалына. Түңәрәк ағзалары ауыр эш көнөнән һуң бейеп арыуын сығара, дәрт-дарман ала. Медицина хеҙмәткәрҙәре хатта сәхнә костюмдары ла тегә. Үҙешмәкәр ижади коллектив бер нисә конкурста ҡатнашып еңеү яуларға ла өлгөргән. Әле бейеүселәр медицина учреждениелары араһындағы республика гала-концертына әҙерләнә.