«Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтә

Быйыл ул 28-се тапҡыр уҙғарыла. Ҡатнашыусыларға эпосты белеү, уның өҙөктәрен яттан һөйләү, шулай уҡ әҫәр мотивтары буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтергә кәрәк. Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусылары үҙ белемен һынап ҡараны. Төбәк этабында "Яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында 1-се урын алыусы Самир Латыпов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Конкурс халыҡ ижадын һаҡлауға һәм таратыуға йүнәлтелгән. Ул дәүләт кимәлендә ойошторола. 8 июнь республикала “Урал Батыр” эпосы көнө үтә. Байрам көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылған.