Республикала яугирҙарға 114 ер участкаһы бирелгән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары 324 биләмә алған. Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығынан ошо турала белдерәләр. Махсус операция геройҙары һәм дәүләт наградалары кавалерҙарына ер алыу өсөн урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Яугир һәләк булған осраҡта, участка уның тормош иптәше һәм бәлиғ булмаған балаларына ҡарала.