Өфөлә Сергей Аксаков премияһына ғаризалар ҡабул ителә

Ярышта колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Өс номинация ҡаралған. Конкурс Аксаковтар ғаиләһенең тарихын, шулай уҡ Сергей Тимофеевичтың тормошон һәм ижади мираҫын өйрәнгән йәш авторҙарҙы берләштерә. Бәйгегә сентябрҙә Халыҡ-ара Аксаков байрамы барышында йомғаҡ яһала. Лауреаттарға диплом, премия һәм маҡтаулы исем тапшырыла. Эштәр 1 июнгә тиклем тапшырылырға тейеш, тип хәбәр итәләр ҡала Советынан.