Хажға алып барыу буйынса программа тулы күләмдә башҡарыла. Рейстар илдең Транспорт министрлығында уҙған кәңәшмәлә килешелгән. Быйыл Рәсәй мосолмандары өсөн 25 мең квота бирелгән. Улар 5-21 майҙа Сәғүд Ғәрәбстанына барырға тейеш. 30 майҙан 15 июнгә тиклем кире йүнәлештә рейстар планлаштырыла. Осоштар Яҡын Көнсығыштағы хәлде һәм ҡайһы бер илдәрҙең һауа киңлеген өлөшләтә ябыуын иҫәпкә алып башҡарыла.