Ағиҙел ҡалаһында 30 йәшлек ҡатын алданған

Ул 9 миллион һумға яҡын аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән. Ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен страховка компанияһы вәкиле тип танытҡан. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн банктан барып сығарып алырға кәңәш иткәндәр. Ҡатын финанстарының бер өлөшөн интернет аша күсергән, икенсе өлөшөн ҡулаҡса менән  йәнәһе лә курьерға тапшырған. Был хәлде полиция  тикшерә.