Башҡортостанда 5700 ветеранға Президенттан ҡотлау тапшырылыр

Башҡортостанда 5700 ветеран Рәсәй Президенты Владимир Путиндан Еңеү көнөнә ҡотлау открыткаһы аласаҡ. Байрам алдынан дәүләт башлығының шәхси ҡотлау сәләмен Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына почтальондар алып бара.

2 майҙан 8-нә тиклем почтальондар барлыҡ адресаттарға ла барырға тейеш. Рәсәйҙә ил президентының ҡултамғаһы менән 259 мең 700 кешегә ҡотлау әҙерләнгән. Башҡортостан почта хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ҡотлау хаты ветеран байрамды ҡайҙа ҡаршылауына ҡарамаҫтан алып барып еткерәсәк.