Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәрбиҙәрҙең тантаналы маршына генераль репертиция үтеүгә бәйле бөгөн һәм 7 майҙа Октябрь проспектының айырым участкаларында транспорт хәрәкәте өсөн сикләүҙәр индерелә.
4 майҙа киске сәғәт 5-тән төнгө 10-сы яртыға тиклем Октябрь проспекты буйлап, атап әйткәндә, Көньяҡ үтеү юлынан Кольск урамына тиклем һәм Төньяҡ өлөштә-Октябрь проспектынан Новогорная урамына ҡәҙәр, ә 7 майҙа ошо уҡ ваҡытта Шәфиев урамынан Кольск һәм Октябрь проспектынан Рәсәй, Новогорная урамдарына-Көньяҡтан Төньяҡ үтеү юлына тиклем юл ябыла. Был йәмәғәт транспортына хәрәкәтенә лә вағытлыса үҙгәрештәр индерә. Әйтәйек, 4 һәм 7 майҙа 13, 18 һәм 22 троллейбустары рейсҡа сыҡмай.