Һаҡ булығыҙ, талпандар әүҙемләште. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалыуға бәйле меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Төбәктең Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында уҙғарылған тикшереү һөҙөмтәләре буйынса талпан энцефалиты һәм боррелиоз асыҡланған осраҡтар ҙа бар. Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡанда, баҡсала эшләгәндә уяуыраҡ булырға саҡыра. Ябыҡ кейем кейеү, репиленттар ҡулланыу тәҡдим ителә.