Башҡортостанда «Сәләмәтлек поездары» 1800-ҙән ашыу сирҙе асыҡланы

«Сәләмәтлек поездары» ауырыуҙы ваҡытында асыҡлай. Быйыл «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы башланғандан алып табиптар социал әһәмиәтле 649 сиргә шик белдергән. Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

«Сәләмәтлек поездары» ярҙамында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре республика райондарында 29 меңдән ашыу ҡабул итеү ойошторған, флюорография, маммография һәм УЗИ тикшереүҙәре уҙғарған.

1 843 пациентта ауырыу беренсегә асыҡланған, уларҙың 649-ы социаль ауырыуҙар. 28 пациентта яман шешкә шик белдерелгән. 540 кешелә юғары ҡан баҫымы, 81 кешелә шәкәр диабеты сирҙәре билдәләре билдәләнгән. Барлыҡ пациенттарҡа ла артабан тикшерелеү өсөн табиптарға йүнәлтмә бирелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уҙғарыла һәм «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.