74-сө йәшендә, оҙаҡ ауырығандан һуң, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Борисович Толкачев арабыҙҙан китте. Ҡайғылы хәбәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оперативкаһында белдерҙе. Константин Толкачевтың хәтерен бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Республика парламенты тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес тураһында киләһе яҙмала.
Абруйлы, талапсан, яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта кешелекле, тыйнаҡ, ихлас, яғымлы. Константин Толкачевтың арабыҙҙан китеүе республика дәүләт системаһы өсөн ауыр юғалтыу. 2008 йылдан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһында эшләүсе сәйәсмәндең башланғысы менән һанап бөткөһөҙ закон проекттары ҡабул ителә. Йәмғиәттә кризистар, власть алмашыныуҙары, короновирус, махсус хәрби операция һәм башҡа мөһим тарихи ваҡиғаларҙа Константин Борисович граждандарҙың именлеген яҡлаусы етәкселәрҙең береһе була.
Константин Толкачев Кемеров өлкәһендә тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған.Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында иретеп-йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡатйҡас Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты етәксеһе булып эшләй. Отставкалағы генерал-майор ғүмерен һуңғы көнгә тиклем Башҡортостан халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлай.
Константин Толкачев Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Почет, Башҡортостан республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Башҡортостандың хоҡуҡи һәм ҡануни үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес. Хеҙмәттәштәренә, халыҡҡа, башҡа етәкселәргә һәр саҡ иғтибарлы һәм ихтирамлы парламентарий хәүефле сир менән көрәшкән ваҡытта ла ул үҙен генералдарса сабыр һәм тыныс тотто. Репсублика сәйәси тарихында яҡты эҙ ҡалдырған етәксе, сәйәсмән эшлекле ҡаҙаныштарынан тыш тәү сиратта кешелеклелеге һәм оло йөрәге менән хәтерҙә ҡаласаҡ.
Ф.Миһранова