Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының иң яҡшы практикалары ил төбәктәренә таратыла. Республика башлығы Радий Хәбиров ойошманың структура яғынан формалашыуын, хәрбиҙәр менән эштә төп партнерға әйләнеүен билдәләне. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Еңеү көнөнә арналған саралар планы ҡаралды, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа яңы бурыстар ҡуйылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
9 майҙа баш ҡаланың Октябрь проспектында команда бирелеү менән 25 парад расчеты тигеҙ сафта алға ҡуҙғала. Быйыл тантаналы сарала ике меңдән ашыу ҡатнаша. Шулай уҡ майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы һәм заманса хәрби техника ла үтә, авиация программаһы ҡаралған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнөнә арналған байрам сараларын уҙғарғанда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушты.
Быйыл «Үлемһеҙ полк» акцияһы онлайн-форматта уҙа, 6 майға тиклем рәсми сайтта теркәү үтергә мөмкин. Республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығы уңайынан саралар планы раҫланған, уларҙа заман геройҙары-махсус хәрби операция яугирҙары ла ҡатнаша.
Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының системалы, һөҙөмтәле эшләүе лә билдәләнде. Хәрбиҙәргә күрһәтелгән ярҙам буйынса республика тәжрибәһе ил кимәлендә уңышлы тип танылып, башҡа төбәктәргә лә таратыла. Бөгөн ойошмала 2300-ән ашыу кеше иҫәпләнә. Һәр районда йәмәғәт вәкиле-хакимиәт башлығы кәңәшсеһе эшләй. Берҙәм ярҙам үҙәктәрендә улар өсөн йыһазландырылған эш урыны бүлеү бурысы ҡуйылды.
Геосәйәси яҡтан ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, Халыҡ-ара кимәлдә тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа «Торатау» геопаркының статусы тураһында ЮНЕСКО сертификаты тапшырылды. Республика башланғысы менән Рәсәйҙә ЮНЕСКО геопарктары селтәрен булдырыу ҙа ҡаралған.
Халыҡ-ара кимәлдә позицияларҙы нығытыуҙа ышаныслы партнерҙар менән эш итеү мөһим. Радий Хәбиров иғлан итеүенсә, июндә Санкт-Петербургта үтәсәк иҡтисади форумда Башҡортостан Үзбәкстан менән ике яҡ өсөн дә отошло килешеүҙәр төҙөргә планлаштыра. Бынан тыш, оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы, юл ремонты, туризм өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Отпуск миҙгеле яҡынлаша. Был йәһәттән 7 майҙа Өфөнән Сухумға тиклем тура авиарейс асыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, әгәр туристар ағымы ҙур булған осраҡта, Абхазияла туристик офис асыу планлаштырылған. Республикала йәшәүселәрҙе борсоған барлыҡ мәсьәләләр урында уҡ хәл ителәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина