Башҡортостан эшҡыуарҙары Үзбәкстанда резидент булырға әҙер

Радий Хәбиров менән Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев видеобәйләнеш аша ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда күптән түгел генә Ташкентта үткән «Иннопром. Үҙәк Азия» форумының һөҙөмтәләре барланды.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, эшлекле сәфәрҙән һуң туризм өлкәһендә бер нисә башланғыс барлыҡҡа килгән. Оҙаҡламай үтәсәк Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ла бер нисә проект буйынса килешеү төҙөү ҡаралған. Кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған төп мәсьәлә «Бекабад» технопаркын төҙөү. Үзбәкстанда барлыҡҡа киләсәк майҙансыҡта Башҡортостан эшҡыуарҙары ла резидент булыу теләге белдергән. Шулай уҡ сәнәғәт, ауыл хужалығы, сауҙа һәм хеҙмәттәр, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек юлдары барланды.