Башҡортостандың 43 районында ярауай культуралар сәселә

3 майға булған мәғлүмәттәргә ярашлы, әле 214 мең гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәре теүәлләнгән, уларҙың күп өлөшө иген һәм майлы культураларға тура килә. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Әлшәй һәм Мәләүез райондары аграрийҙары һәр йылдағыса сәсеү барышы буйынса алдынғылар сафында. Хужалыҡтарҙы матди-техник ресурстар менән тәьмин итеү дауам итә.

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары барлыҡ инфраструктура, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин ителә. Техника тулыһынса әҙер. Әлегә ярауай культуралар майҙандарҙың 11 процентында сәселгән. Алдағы аҙнала һауа торошо ыңғай торор, барлыҡ хужалыҡтар ҙа яҙғы баҫыу эштәренең әүҙем фазаһына күсер тип күҙаллана.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры