Фестивалгә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тамаша ҡылды. Сәхнәлә Башҡортостандың 18 юғары уҡыу йорто һәм колледжынан 500-ҙән ашыу студент сығыш яһаны. Дөйөм алғанда быйыл сараның төрлө этаптарында 50 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студент ҡатнашҡан.
Урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары төрлө номинацияларҙа бүләкләнде, фестиваль йомғаҡтары буйынса гран-приға Башҡорт дәүләт аграр университеты лайыҡ булды. Хәҙер еңеүселәр республика исемен федераль кимәлдә яҡлаясаҡ. Мәктәп уҡыусылары Ставрополь, урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары Хабаровск, ә вуз студенттары Красноярскта ижади һәләттәрен күрһәтәсәк.