Өфө Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнә

Кисә баш ҡалала хәрби марштың репетицияһы үтте. 9 май баш ҡаланың Октябрь проспекты буйлап тигеҙ сафта 25 парад расчеты үтәсәк. Улар-Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары. Шулай уҡ маршта кадеттар, йәш армеецтар һәм уҡыусылар коллонаһы ҡатнашыуы көтөлә.

Бөтәһе мең ярымдан ашыу кеше йәлеп ителәсәк. Киләһе генераль репетиция 7 майға билдәләнгән. Был көндө Октябрь проспектында хәрәкәт ябыла, ҡала хакимиәте водителдәргә маршрутты алдан планлаштырырға кәңәш итә.