Талбазы уҡсыһы Батырхан Ғайсин «Йәш мәргән» халыҡ-ара турниры еңеүсеһе! Яҡташыбыҙ Ҡаҙағстандың Урал ҡалаһынан ике алтын миҙал яулап ҡайтты.
Был мәктәп уҡыусыһының беренсе ҡаҙанышы ғына түгел: ул төрлө кимәлдәге ете тиҫтәнән ашыу ярышта пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелгән.
Һуңғы турнирҙа Батырхан «Ҡалҡан» һәм «Төрөк путаһы» дисциплиналарында иң мәргәне тип танылды. Үҙ көсөн һынап ҡарар өсөн Ҡаҙағстанға чемпиондың һеңлеһе Нәркәс тә барған. Ярыштың иң йәш ҡатнашыусы етди көнәркәшлек шарттарында 5-се һәм 7-се урындарҙы биләй. Уҡсыларҙы бәйгегә атаһы әҙерләй. Батырхан артабан Рәсәй йыйылма командаһы составында Венгрияға юллана. Киләһе ай унда йәйәнән уҡ атыу буйынса Европа чемпионаты үтә.