Республикала сәнәғәт етештереүе Рәсәй кимәленән күтәренке

Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ. 2026 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы күрһәткестәргә ҡарата 103,8 процент тәшкил итте. Был хаҡта хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Был бик яҡшы. Уртаса Рәсәй һөҙөмтәһенән әлеге һан байтаҡҡа ҙурыраҡ һәм ул 100 проценттан саҡ ҡына күберәк. Әлеге йылды ыңғай тамамларбыҙ, тип ышанам», - тине республика етәксеһе.