Өфөлә неонацимға ҡаршы көрәш мәсьәләләре ҡарала

"Нацизмһыҙ донъя өсөн". Өфөлә бөгөн ошондай исем аҫтында  халыҡ-ара йәштәр форумы бара. Сарала мәктәп уҡыусылары, студенттар, хәрби-патриотик ойошма вәкилдәре ҡатнаша. Республика Милли китапханаһы  махсус күргәҙмә тәҡдим  итә. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге етәксеһе Флүр Сибәғәтов белдереүенсә, унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операцияға арналған китаптар урын алған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Халҡыбыҙ ҡаһарманлығы тарихи факттар, документтар менән нығытылған. Илебеҙҙең үткәнен боҙоп күрһәтергә, яңынан яҙырға мөмкин түгел”, - ти милли архивтың бүлек етәксеһе Зөфәр Ғәтиәтуллин.  

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Форум 5-се тапҡыр ойошторола. Маҡсаты- йәштәрҙе “Нацизмһыҙ донъя” фекеренә йәлеп итеү, үҫеп килгән быуында неонацизм, ксенофобия идеологияларын инҡар итеү принциптарын булдырыу.