Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан белдерәләр. Онлайн-хеҙмәт мәктәп, профилле класс һайларға, файҙалы сервистар менән танышырға һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға ярҙам итә. 1-се класҡа ҡабул итеүҙең тәүге кампанияһы 30 июндә тамамлана. Башҡаларҙың теләге июлдә буш урындарҙы иҫәпкә алып ҡарала. Ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы, Республика мәктәптәренең электр системаһы аша, йә мәктәпкә барып бирергә була.