Ишембайҙа “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән стела ҡуйыла

Бында халыҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа ҙур ярҙам күрһәтә. Былтыр ғинуарҙа ҡалаға мәртәбәле исем бирелде.  Стела урыны һайланған. “Бөйөк  Ватан һуғышы  йылдарында  Ишембайҙа 4 миллион ярым тонна нефть сығарыла.  Был Советтар Союзында табылған “ҡара алтын”дың дүрттән бер өлөшө.  Тыуған ҡалама бындай исем биреү тарихыбыҙға оло ихтирам билдәһе. Хеҙмәт батырлығы ҡылған быуынды онотмайыҡ”, - ти танылған ғалим һәм педагог Зөфәр  Тимербулатов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт