Рәсәйҙең күп кенә компаниялары персонал һайлағанда яһалма зиһенде әүҙем ҡуллана башланы

Хәҙерге алгоритмдар ярҙамында эш эҙләүсенең резюмеһы секунд эсендә анализлана һәм уның командаға ни тиклем тура килеүе фаразлана. Заманса технологияны йәш быуын нығыраҡ хуплай. Ә бына ололар уға шик менән ҡарай.

Эксперттар билдәләүенсә, яһалма интеллекттың төп өҫтөнлөгө-кандидаттарға ҡарата ғәҙеллек. Шулай итеп кеше факторының йоғонтоһо юҡ ителә. Нейроселтәрҙе персонал һайлауҙа ҡулланыу айырыуса ҙур ойошмалар өсөн көнүҙәк. Сөнки унда меңәрләгән ғаризаны эшкәртергә тура килә, һәм һирәк компетенциялы белгестәрҙе тиҙ арала табыу бик ауырға төшә. Шуға ла белгестәр әйтеүенсә, юғары технологияларҙы ҡулланырға мөмкин һәм кәрәк тә. Әммә яһалма интеллект-эш биреүсенең ҡулында ҡорал ғына булыуын оноторға ярамай.