Өфөнөң Ленин районы хакимиәте «Ветеранға парад» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

9 май алдынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле янында Бөйөк Еңеүгә арналған иҫтәлекле парад ойошторолдо. Мәҙәни мираҫ менән тарихи хәтер бәйләнешен сағылдырған илһөйәрлек сараһы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы сара түрендә ветерандар, Еңеүҙе яҡынайтыусы тыл хеҙмәткәрҙәре... Тантаналы парадта ҡатнашыусыларҙы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй Гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге ӨФө отряды хәрбиҙәре, Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалы курсанттары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге тәүге осоу әҙерлеге мәктәп-интернат кадеттары, Өфөнөң Ленин районы мәғариф учреждениелары йәш армеецтары һәм шайморатовсылар расчеты тәбрикләне.

Сарала ҡатнашҡан төрлө быуын вәкилдәре илебееҙҙе фашизмдан ҡотҡарған, тиңһеҙ яуҙарҙа башын һалған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы һәр ғаиләгә ҡағылған. Һәр кем ҡаһарман ата-бабаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим-Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның ижады илһөйәрлек, Ватан алдындағы бурыс һәм яугирҙар ҡаһарманлығы менән һуғарылған.

Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтер мемориалдарҙың гранит плитәләренән тыш, һуғышты үҙ иңдәрендә күтәргән һалдаттарҙың шиғырҙарында һәм прозаһы аша йәштәр йөрәгендә лә йәшәүен күрһәтте. Еңеү көнө алдынан илһөйәрлек сараһын үткәреү урыны итеп Мостай Кәрим һәйкәлен һайлау оло мәртәбә. Был сара мәҙәни мираҫ һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау, һуғыш тураһында дөрөҫлөктө киләһе быуындарға еткереү ысулы ла булып тора.

Гүзәл Борханова