Өфө лимонарийында Ватан һаҡсыларына арналған өр яңы аллея барлыҡҡа килде

Бөгөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, урман хужалығы, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары вәкилдәре, тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Еңеү ирекмәндәре» илле төп үҫенте ултыртты.

Берҙәм көс менән лимонарий биләмәһе маньчжурия сәтләүеге, тирәк һәм каштан менән байытылды. Был төр ағастар хәрби ҡаһарманлыҡ, Ватан һаҡсылары ныҡлығын һынландыра. Ошо рәүешле акцияла ҡатнашыусылар ҡаланы йәшелләндереп кенә ҡалмай, илебеҙ азатлығы өсөн төрлө һуғышта һәләк булыусы яугирҙар, Ватан һаҡсылары хәтерен мәңгеләштерә, киләсәк быуынға еткерә. Ағас ултыртыу акцияһына һәр береһе үҙенең ата-олатаһы, фронтовик туғандары, геройҙары фотоһын да тотоп килгән.