Өфөлә төнгө янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Фажиғә Беляков урамында урынлашҡан барак тибындағы ике ҡатлы ағас йортта теркәлә. Махсус хеҙмәттәр килеүгә ялҡын телдәре фатирҙарҙы ялмап өлгөрә. Тикшереү барышында өс кешенең-55 йәшлек ирҙең, 68 һәм 97 йәштәрҙәге ике ҡатындың кәүҙәләре табыла. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Фажиғә сәбәптәрен тәфтишселәр, һынау янғын лабораторияһы эксперттары һәм оператив-тикшереү төркөм асыҡлай.