Әй йылғаһының ике ярын тоташтырыусы ҡоролма аша көн һайын 3 меңгә ярымға тиклем транспорт сараһы үтә. Ә бына трасса Башҡортостан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрен тоташтыра. Подрядсы ойошма әле күперҙең һул яғын төҙөкләндерә.
Транспорт бәйләнешен тәьмин итеү өсөн хәрәкәт бер һыҙат буйынса ойошторолған һәм светофор менән көйләнә. Әйткәндәй, эш «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Тап федераль программа ярҙамында быйыл Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 1 мең 900 метрлыҡ 15 күпер ремонтлана.