Баймаҡта «Бергәләп беҙ тотош ил» фестиваленең гала-концерты үтте

«Бергәләп беҙ тотош ил». Баймаҡ район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған фестивалдең гала-концерты үтте. Ике көн дауамында белем биреү учреждениелары һәм хеҙмәт ойошмалары коллективтары тамашасыға иң сағыу сығыштарын тәҡдим итте.

Район мәҙәниәт йорто ике аҙна дауамында гөрләне. Бына ниһәйәт ижади ярыштың йомғаҡлау концерты етте. Был юлы сәхнәлә ҡалабыҙҙың белем биреүселәре, һаулыҡ һағында булыусылары, уңайлы тормош булдырыусылары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошма вәкилдәре сыҡты.

Коцерт программаһы күп яҡлы булды. Улар араһында, Рәсәйҙең төрлө халыҡтарының берҙәмлеген сағылдырған хореографик тамашалар ҙа, ғаилә йылына һәм быуындар күсәгилешлегенә арналған хисле йырҙар ҙа, күп милләтле Ватаныбыҙҙың бөйөклөгөн данлаған нәфис һүҙ, рухлы сығыштар ҙа булды.

«Бергәләп беҙ тотош ил» тип исемләнгән гала-концерт берҙәмлек байрамына әүерелде. Һәр сығыш оло ихласлыҡ менән башҡарылып ғорурлыҡ хисе уятты. Үҙешмәкәр сәнғәт смотр конкурсының йомғағы буйынса Гран-приҙы-Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы коллективы яуланы. Улар юғары награданы икенсе йыл рәттән ала. Табиптарҙың тәнде генә түгел, йәнде лә дауалауы иҫбатланды.